Ҡыҙыма.
Мең ғазаптар менән тапҡан балам!
Ҡанатланып осар ҡошсоғым!
Яратып та туя алмаҫмындыр,
Тик иркәләр, наҙланыр сағың.
Эстәремә һыймаҫ хистәремде,
Күкрәк һөтөм менән еткерәм.
Аҡ сәскәләр менән сәстәреңә
Аҡ бәхеттәр ҡушып мин үрәм.
Фәрештәләр "Амин" тигән саҡта,
Изге юлдар һиңә юрайым.
"Ҡанатындан ҡаҡма, күҙ нурымды!
Эй, Хоҙайым!" тиеп һорайым.
Мең ғазаптар менән тапҡан балам!
Бер йәшең дә тулды, сабыйым!
Ғорур атла барыр юлдарыңдан,
Беҙ янында...
Әсәй-атайың.